Сишәмбе, 16 Май 2017 15:58

Шағир бишегендә бәүелгәндә

Rate this item
(0 votes)

Башкортостан РЕСПУБЛИКАНЫҢ

ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ ГӘЗИТЕ

 

Совет осороноң төрлө мәлдәре булған, әммә әҙәбиәт аша халыҡтар бер-береһенә яҡынайған, ижади мөмкинлектәре артҡан, һалынған рухи күперҙәрҙә яҙыусылар ғына түгел, төбәктәрҙең халҡы ла дуҫлыҡ әләмдәре күтәргән. Әҙәбиәт дәүләттең идеологияһына хеҙмәт иткән, халыҡтар дуҫлығын пропагандалаған. Бына ошолар хаҡында уйландым мин апрель аҙағында, бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тыуған көнөндә уҙған саралар ваҡытында.

Һүҙ сәнғәте өсөн кәртәләр юҡ
Көн шул тиклем аяҙ, шул тиклем яҡты. Ҡазан халҡы әйтеүенә ҡарағанда, кисә генә яуып үткән ямғыр ҡаланы ҡунаҡ ҡар­шылар дәрәжәгә еткереп, тап-таҙа иткән, көлөп торған аллеялар, йыйыш­тырылған тротуарҙар оло байрамға әҙерләнгән төҫлө. Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 131 йыл тулыу уңайынан ойошторолған саралар ҡала уртаһындағы күркәм һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башланып китте. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, экс-президент Миңтимер Шәймиев, яҙыу­сылар, саҡырылып та, саҡырылмай ҙа шағирҙың рухын шат ҡылырға йыйылған халыҡ һәйкәлгә йүнәлде. Исемен мәңгелек рухиәтенә яҙған әҙипте, йәмәғәт эшмә­кәрен, тәржемәсене халҡы бик ҙурлай – бөгөн Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында, Төркиәлә, Ҡаҙағстанда уға һәйкәл асылған, урамдар шағир данын күтәрә...
Миңтимер Шәрип улын Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев менән Татарстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Данил Сәлихов таныштырҙы. Ил ағаһы ут күршеләрен ихлас сәләмләне, уның иғтибарын бигерәк тә милли кейемебеҙ, башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙарының түшелдереге йәлеп итте. “Мил­ләттең бәҫен милли кейем дә күтәрә”, – тине ул. Ябай ғына күренгән селтәрҙәрҙән башланған милли кейемдәрҙе тергеҙеү эштәренең ни тиклем мөһимлегенә тағы ла бер тапҡыр инандым. Аллаға шөкөр, Башҡортостаныбыҙҙа Башҡорт милли кейеме байрамы ла ойошторолдо, төбәк­тәрҙә ағинәйҙәр һаҡалдар, ҡашмауҙар эшләй, хатта сауҙа итеүселәр ҙә юҡ түгел. Телевидение экрандарын асһаҡ та, дәүләт етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, депутаттар, алып барыусылар милли биҙә­үестәрҙе, халҡыбыҙҙың кейем өлгөләрен киң ҡуллана башлауын күрәбеҙ. Был бик фәһемле эш булды. Сит өлкәләргә, та­рафтарға барғанда ла ошо хаҡта оноторға ярамай: милли кейемдә халҡыбыҙҙың йөҙө сағылып торорға тейеш! Халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге сараларҙа шуға иғти­бар иткәнем булды: халҡының тарихына, үткәненә, асылына тәрән ихтирам йөрөт­кәндәр генә ошо рәүешле кейенә тип баһалана. Шул уҡ ваҡытта милли асыл сағылышы – ул ҡыйыулыҡ билдәһе лә!
Артабан саралар М. Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театрында дауам итте. Бөйөк шағирҙың ғүмер юлын сағылдырған сценарий буйынса барған концертта уның үҙенең генә түгел, ә уға бағышлап яҙылған шиғырҙар ҙа яңғыраны. Ошонда уҡ Рөстәм Миңлеханов Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияларын тап­шырҙы. Быйыл уға Мәҙинә Маликова, Розалина Шаһиева, Харис Сәлихов лайыҡ булды. Иғтибар итегеҙ, бөтәһенә лә яҙылған әҫәрҙәре, китаптары өсөн ошо юғары бүләк тапшырылды. Яҙыусы исемен йөрөткән премияның иң элек рухиәт һа­ғында торған әҙиптәр өсөн тәғәйенләнеүе маҡтауға лайыҡ!
Байрам концертында Башҡортостандан “Квартет” егеттәрен, Рөстәм Асаевты күреп тә бик ҡыуандыҡ. Башҡортостандың Малаяҙ ауылында тыуған Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Нәҡи Иҫәнбәт һүҙҙәренә яҙылған, хәҙер инде халыҡ йырына әүерелгән “Моңланып ай нурҙарында” йыры “Квартет” башҡарыуында бик матур яңғыраны. Тантаналы концерт Ғабдулла Туҡайҙың “Туған тел” шиғырына яҙылған йырҙы аяғүрә баҫып тотош зал менән башҡарыуҙа тамамланды. Был йырҙы мин дә бик яҡшы беләм, йырлайым да, сөнки бала саҡтан уны әсәйем баш­ҡа­рыуында тыңлап үҫтем. Ысын әҙәбиәттең, һүҙ сәнғәтенең көсө лә шунда, күрәһең, уның өсөн ҡитғалар, кәртәләр, ҡаршы­лыҡтар юҡ, ул йөрәктәргә тәүге ауазынан уҡ барып етә.

Был майҙанда шағир рухы яна

Ҡазандың үҙендә генә Туҡайға бер нисә һәйкәл бар. М. Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры бинаһы эргәһендәге мөһабәт һыны — сәнғәт ҡомартҡыһы эргәһендә үтте Шиғриәт байрамы. Унда Татарстандан ғына түгел, Рәсәйҙән, сил илдәрҙән яҙыусылар ҡат­нашты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев менән бергә Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, Мари Иле Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Светлана Архипова, Удмурт Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Петр Захаров, Ҡырым Яҙыусылар союзы идара­һының яуаплы секретары Диләүир Усманов, Ҡырғыҙстан Яҙыусылар союзы идараһы вәкиле Гөлйегет Соронкулов туған хал­ҡының сәләмен тапшырҙы. Ғабдулла Туҡайҙың исеме төрлө милләт­тәр, ха­лыҡтар араһында киң таралған, әҫәрҙәре донъяның бик күп телдәренә тәржемә ителгән. Уҙған быуат башында бик күп мәмләкәттәрҙә тап уның шиғырҙа­рын яратып уҡығандар, ятлағандар. Сабый ғына сағынан үкһеҙ етем ҡалған шағир, әй­тер­һең, үҙенең һәр шиғырын халҡы күңе­ленән алып яҙған, йөрәк ҡанына манып ижад иткән. Моңло байрамды сценарий ав­торы, журналист Флүрә Абдуллина менән Татарстан Яҙыусылар союзы идара­һы рәйесе Данил Сәлихов йәнле итеп алып барҙы. 
Татарстандың халыҡ шағирҙары Роберт Миңнуллин, Рәдиф Ғаташ, Рауил Фәй­зул­лин, Рәзил Вәлиев, Гәрәй Рәхим, Ғ. Ту­ҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Зиннур Мансуров, Ғәзинур Морат, Һаҙый Таҡташ исемендәге әҙәби премия лауреаты Наил Ҡасым, М. Йәлил исе­мендәге премия лауреаты Рәмис Әймәт, Рүзәл Мөхәммәтшин, Луиза Янсуар, шағирҙар Нәжибә Сафина, Рифә Рахман, Рифат Жамал, Шәмсиә Йыһан­гирова, Флёра Тарханова сығыш яһаны. Уларҙың һәр ҡайһыһы шағирға ғына түгел, тотош заманына, халҡына үҙ һүҙен әйтеп, урам тулып йыйылған тамашасыға фекерен еткерергә тырышты. Ошо уҡ көндә Татарс­танда Рөстәм Миңлеханов Указы менән Татар теле көнө лә уҙғарылды. Был хаҡта беҙҙә лә һүҙ булғаны бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының һуңғы ултырышында Баш­ҡорт теле көнөн билдәләү хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Ирекмән Рөстәм Нурыев ошондай тәҡдим индерҙе: “Сара йәмәғәт ойошмаһы ҡарары менән түгел, ә дәүләт кимәлендәге указ менән нығытылырға тейеш!” Киләсәктә был идея ла тормошҡа ашыр тип теләйек.

Туҡай менән йәшәй Арча районы

Тап Ҡазан артында барҙыр бер ауыл
– Ҡырлай, тиҙәр,
Йырлағанда, көй өсөн, “тауыҡтары
йырлай”, тиҙәр.
Гәрсә унда тыумаһам да, мин бер аҙ
торған инем;
Ерҙе аҙ-маҙ тырмалап, сәскән инем, 
урған инем.

Был шиғырҙы кемдәр генә белмәй икән? Һәр хәлдә Ғ. Туҡайҙың “Шүрәле”, “Һыу инәһе” әҫәрҙәрендәге беҙҙе уратып алған донъяның мөғжизәле йән эйәләре тураһында күптәребеҙ ишетеп үҫтек. Тап бына шул Ҡырлай ерендә дауам итте лә инде Туҡай байрамдары.
Иң беренсе шуны әйтергә кәрәк. Йыл һайын төбәктә студенттар, йәштәр, балалар һәм хатта өлкәндәр ҙә Арча менән Ҡырлай араһын йүгереп үтә, йәғни Ғ. Туҡайға арналған марафонда ҡатнаша. Был көндә беҙ машиналарҙа Ҡырлайға юлланғанда, юл буйлап йүгеректәр уҙыша ине. Эйе, марафон дистанцияһы уҡ түгел, әммә 24 километр ҙа бәләкәй ара тип әйтмәҫ инем. Был юлы ярышта Арчанан ғына түгел, Саба, Балтас, Әтнә, Кукмара райондары вәкилдәре лә ҡатнашҡан. ТНВ каналының генераль директоры урынбаҫары Данил Ғиниәтов та сығышы менән ошо яҡтан икән, шуға күрә лә ул был марафондан бер йыл да ситтә ҡалмай, тинеләр. Йәш ҡатнашыусылар бик күп, әлбиттә, ә бына өлкәне берәү генә – 79 йәшлек Йәғәфәр Шәмиев икән. Быйылғы сарала шулай уҡ төрлө предприятие етәкселәре, эшҡыуарҙар ҙа ҡатнашырға теләк белдереп, ошо үҙенсәлекле формала шағирҙың исемен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индергән. 
Башҡортостан менән Татарстан яҙыусылары араһында ижади бәйлә­нештәр совет осоронда нығынһа, XXI быуат башында ла йылылыҡ һаҡлана ине әле. Эйе, һуңғы йылдарҙа аралар бер ни тиклем өҙөлгән дә кеүек, әммә “Ҡәрҙәшлек кәштәһе”ндә ике туғандаш халыҡтың китаптары сығыуы дауам итте. Киләсәктә яңы кимәлдә, яңы рухи бәйләнеш менән был эште дауам итергә ниәтләй күршеләр. Юл буйына үҙҙәре аралашҡан әҙиптәрҙең хәлдәре, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып барҙы татар яҙыусылары. Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың көндәлектәрендә Мәҙинә Маликова хаҡында телгә алына. Рәми ағайҙың исеме сығыу менән Туҡай премияһының өр-яңы лауреаты ла бик ҡанатланып китте: “О, Рәми! Бик яратам мин уның ижадын!” – тине ул, тәрән хистәргә бирелеп. Рәзил Вәлиевтең бер шиғырын әллә нисәмә телгә тәржемәләгән китабында башҡорт­саһын Хәсән Назар ауҙарыуын уҡып ҡыуандыҡ. Әйткәндәй, тап Ҡазанда ишеттек тә беҙ Хәсән ағайҙың юғары наградаға лайыҡ булыуы хаҡында. Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Гөлфиә Юнысова кеүек әҙиптәребеҙгә күп сәләмдәрен күндереп, ижади уңыштар теләне күршеләр.
Сафуан Әлибаев, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов, Абдулхаҡ Игебаевтың мәңгелеккә күсеүе хаҡында күптәр белмәй ҙә ҡалған икән. Шулай инде, үҙ-ара бәйләнештәр өҙөлөүе, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнау һөҙөмтәһе был. Иҫләүемсә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә үзбәк шағирәһе Зөлфиәнең вафаты хаҡында бер нисә ай үткәс гәзиттән уҡып ҡына белеп ҡала. Мәҙәни күперҙәрҙең емерелеүе, халыҡтарҙың бер-береһенә яу иғлан итергә әҙер тороуы, күреүебеҙсә, һис кенә лә ыңғай һөҙөмтә бирмәне. Мәҙәниәткә, әҙәбиәткә тотош йылды бағышлауҙы маҡсат итеп ҡуйған ил етәкселәре лә быны тәрән аңланы булһа кәрәк. Кешене кеше итеп тотҡан өлкә – ул тап сәнғәт донъяһы. Әгәр ҙә беҙ артыу, ашау хаҡында ғына хәстәрләй башлайбыҙ, үткәнебеҙҙе онотабыҙ, киләсәгебеҙҙе хәстәрләмәйбеҙ икән, тимәк, халыҡ булып ойошоп йәшәй алыуыбыҙ бик шикле булыр ине. 
Туған телдәрҙе өйрәнеү, милли мәктәптәр ябылыу проблемаһы Татарстанды ла урап үтмәгән. Урындарҙа шулай уҡ балаларын тик урыҫ телендә уҡытырға теләгән ата-әсәләр барлыҡҡа килгән. Әммә Арча районы хакимиәте башлығы Илшат Нуриев кеүек: “Туған телебеҙҙе һаҡларға кәрәк. Туҡайҙы донъяға биргән төбәктә татар теле мәңге уҡытыласаҡ”, – тип әйтеүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Милли республиканың төбәктәрендә тап ана шундай етәкселәр милләт һағына баҫырға бурыслы. Заманалар улай булып китә, былай үҙгәрә, ә бына халыҡ бит йәшәп килә. Уны беҙ һаҡламай кем һаҡлаһын? 
— Ҡырлайҙа бөгөн иң ҙур байрам үтә, эйе, ул Туҡайҙы уҡыған һәр төбәктә баралыр, әммә уның иң күркәме һеҙҙең төбәктә, – тине Татарстандың халыҡ шағиры, Туҡай премияһы лауреаты, Татарстан Дәүләт Советының мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм милли мәсьәләләр буйынса комитеты рәйесе Рәзил Вәлиев. Ысынлап та, Шүрәле, Һыу инәһе ҡатнаш­лығындағы (улар ҡаршы алып тора) байрам йәштәр рухы менән һуғарылды. Ҡайҙа ғына осрашыуҙарға йөрөһәк тә, иң тәүҙә залдағы балаларға иғтибар итәм. Беҙ, беребеҙҙән-беребеҙ аҡыллыраҡ хәбәр һөйләгән зыялылар, үҙ-ара әллә ни яңылыҡ та әйтмәҫбеҙ, әммә йәштәргә, үҫмерҙәргә, балаларға кәрәк туған телдә яңғыраған телмәр, халыҡтың бөйөклөгө тураһындағы кинәйәләр. Башҡортостан, Татарстан Яҙыусылар союздарының идара рәйестәре Зәки Әлибаевтың, Данил Сәлиховтың сәләмдәрен йылы ҡабул иттеләр. Халыҡ шағирҙары, Туҡай премияһы лауреаттары Роберт Миң­нуллин, Зиннур Мансуров, танылған ғалим, фән докторы, әҙәбиәттәр-ара хеҙмәт­тәшлек үҫтереүгә күп көс һалған Хатип Миңлеғолов, танылған шағирә, прозаик, әҙәбиәт ғалимы Рифә Рахман, шағир Наил Ҡасимов, шағирә Сания Әхмәтйәнова, шағир һәм ғалим Рифат Жамал, шағир, ғалим, педагог Хәнәфи Бәҙиғый, журналист, Туҡайҙың дүртенсе быуын туғаны Риман Ғилемханов тарафынан һүҙ сәнғәтенең йәшәйештең иң мөһим институты булыуы хаҡында әйтелгән фекерҙәре, шиғри ауаздары ауыл халҡында шулай уҡ ҡыҙыҡһыныу уятты. 
“Ҡазан утлары” журналының баш мөхәррире Мөхәммәт Мирза, танылған шағирә Илһөйәр Ихсанова, Рәмис Әймәт сығыштары, әйтерһең, шағир рухына шиғри гөлләмә булып барып ятты. 
Ҡырлайҙа шағирҙың музейы бар. Ул иҫ киткес зауыҡ менән төҙөлгән, мәғлүмәттәргә бай. Хеҙмәткәрҙәрҙең әҙип биографияһы хаҡында йөрәккә үтерлек итеп һөйләүенән күҙгә йәш эркелә. Сабый ғына баланың күргән михнәттәре, шул килеш тә юғалып ҡалмауы, ижад ялҡынында яныуы, халыҡ ғәме менән йәшәүенә таң ҡалырлыҡ. Шағирлыҡ – ул яҙмыш, Күктәр һәҙиәһе. Шулай булмаһа, ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә халҡына кәрәк һүҙен әйткән Бабичтар, Туҡайҙар йәшләй донъяуи кимәлдә фекер йөрөтөр инеме лә заман һыҙланыуын йөрәгендә йөрөтә алыр инеме? Юҡҡа ғына Ш. Бабич “Әлмисаҡтан һин шағир тип, Хоҙайҙың әмере бар” тимәгәндер. Ә инде Ғ. Туҡайҙың “Керләнеп бөттөм үҙем, донъяны паклай алманым” тигән юлдары кемдәрҙең генә күңеленә инеп ояламаны икән? Был юлдарҙы хәҙер йәштәр социаль селтәрҙәрҙә статус урынына ла ҡуллана.
Ҡырлайҙа күмәкләшеп Туҡайҙы ҡараған Сәғди бабайҙың ҡәберенә сәскәләр һалдыҡ, ә инде ул ҡарттың йорто алдында балалар тарафынан әҙерләнгән шиғыр байрамы дауам итте. Бында Сәғди ҡарт менән бәләкәй Ғабдулла ултыртҡан тип ауыл аҡһаҡалдары һөйләгән ағас та, шағир шишмәһе лә, уның шиғыр юлдарынан эшләнгән күргәҙмәләр ҙә, боронғо йорт та, келәт тә, арбаҙ ҙа бар. Сәғди бабай йорто үҙе бер мемориаль комплексты хәтерләтте. 

Ҡушлауыстың моңло балаһы

Урамдары аша үткәндә үк Ҡушлауыс миңә Ш. Бабичтың тыуған ауылы Мишкә районының Ҡыйғаҙытамағын хәтерләтте. Уйсан убалар, ауыл йылғалары, йорт-музей, шағирға ҡуйылған һәйкәл... Ауыл зыяратында ла шағирҙың атаһы Мөхәмәт­ғариф мулланың ҡәбер ташы бар. Ҡыйғаҙытамаҡта ла Мөхәмәтзакир мулланың ҡәбер ташын яңыртҡайныҡ үҙ заманында. 1886 йылдың 26 апрелендә тап Ҡушлауыста донъяға килгән шағир. Әммә уға ни бары биш ай сағында атаһы вафат була. Ә инде ике йыл да үтмәй, әсәһе Бибимәмдүдә икенсе кешегә кейәүгә сығып, улын Шәрифә әбейгә ҡалдыра. Бәләкәй баланың ошо ваҡыттарҙа күргән михнәттәре хаҡында шағир әҫәрҙәрендә генә түгел, хәтирәләрендә лә әйтә. Ишекте асып инә алмайынса, ҡышҡы һыуыҡтарҙа аяҡтары боҙға ҡатҡансы тышта торорға тура килә уға. Әлбиттә, был ауырлыҡтар уның һаулығына ҙур зыян килтерә. 
Бөгөнгө Ҡушлауыстағы музей Мөхәмәт­ғариф мулланың йорт нигеҙендә урын­лашҡан һәм унда Туҡаевтар хаҡында бик күп мәғлүмәт тупланған. Улай ғына ла түгел, Туҡай әҫәрҙәренең геройҙары ла урын алған. Бигерәк тә бында Шүрәлеләр апаруҡ ине. Кисә Ҡазан ҡыҙырып кесе улыма Шүрәле эҙләгәйнем. Нимә алып ҡайтайым, тигән һорауға уның үтенесе шул ине. Шүрәлеләр, шағир әйткәнсә, Ҡазанда түгел икән, ә Ҡырлайҙа ҡаршы алып тора, Ҡушлауыста йәшәй икән. Рәхмәт шағир Наил Ҡасимовҡа һәм музей директоры Ләйлә Мөхәммәтшинаға – Ҡушлауыстың бер Шүрәлеһе минең менән ҡайтып китте. 
Музейҙың йорто ғына түгел, тирә-йүне лә элекке ауыл йортона ҡарап эшләнгән, иркен ихата, мал һарайы ла беҙ тыуып үҫкән ауылдарҙы хәтерләтте. Бигерәк тә балалар көтөү ҡаршылау йолаһын шунда уҡ ишек алдында сәхнәләштерә башла­ғайны, бала саҡтар иҫкә төшөп китте. Ә бит бөгөн көтөү көтөргә кеше лә юҡ тиерлек, мал һаны ла бик аҙ. Заманалар үҙгәрә, беҙ әҙергә хәҙер булып өйрәнеп барабыҙ, күрәһең. 
Ауыл зыяратында шағирҙың атаһының рухына бағышлап Ҡөрьән аяттары уҡылды, доғалар әйтелде. Ҡушлауыс беҙҙе ниндәйҙер бер моңһоу йыры менән оҙатып ҡалғандай булды.
Әҙәбиәтте күтәргән байрам
Юбилей саралары булмаһа ла, бик матур ойошторолғайны Ғабдулла Туҡай­ҙың тыуыуына 131 йыл тулыу уңайы байрамы. Ул ниндәйҙер шиғыр, шағирҙар, рәсми ҡунаҡтар өсөн генә түгел, ә халыҡ өсөн рухи тантана икәнлеге һиҙелде. Уҡыусыһы күңелендә, яҡташтары йөрә­гендә урын алған Шағир!
Татарстандың халыҡ шағиры, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғамил Афзал сығышы менән Татарстан­дың Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылынан. Уның хаҡында ла фекер алышты яҙыусылар. Киләсәктә ике республика яҙыусыларына тапшырыласаҡ әҙәби бүләк тап уның исемен йөрөтөргә тейеш, тигән тәҡдим хупланды. Википедияла уның биографик белешмәһендә шундай юлдар бар: “Башҡортостандың Ҡалтасы районы Шәрип һәм Заболотский ауылдарында йә­шәгән йылдар (1954 – 1964) Ғамил Афзалдың физик һәм рухи яҡтан нығы­ныуы-терелеүе өсөн дә, ижадының яңыса асылып китеүе өсөн дә шифалы тәьҫир яһай”. Аллаһ ризалығы менән халыҡ мән­фәғәтен яҡлаған, милләтебеҙ бәҫен күтәр­гән мәҙәни, рухи саралар ойошторорға яҙһын! 
Лариса АБДУЛЛИНА.

БАБИЧ, ТУҠАЙ

Ҡазан ҡалаһын мин күргәнем юҡ,
Ҡырлайҙа кем хәҙер йырлайҙыр.
Бөйөк шағир – Туҡай моңо – аңда,
Заманалар ҡалыбына ул моң,
Ҡыҫаларға ғына һыймайҙыр.

Бабичты беҙ белмәй үҫтек. Туҡай
Ғашиҡ итте һүҙгә, иманға.
Күңелдәре беҙгә оҡшаған, тип,
Хөрмәтле һәм илтифатлы булдыҡ
Ут күршеләр – татар туғанға.

Халҡым, телем, тиеп йыраусының
Васыяты башҡорт, татарға
Терәк ине.
Телегеҙ кәрәкмәй, тип,
Татарва йә нацмен, тигән булып,
Йәнебеҙҙе ҡыйған саҡтарҙа.

Беҙ әҙерәк вайымһыҙмы хәҙер?
(Башҡорттарҙы әйтәм, татарҙы.)
Сөңкөлдәргә телебеҙ ҡысытҡанда,
Онотмайыҡ уртаҡ әләмдәрҙе:
Башҡорт Бабич, татар Туҡайҙы.

Ҡазан ҡалаһын мин күргәнем юҡ,
Ҡырлайҙа кем нимә йырлайҙыр.
Телем, халҡым тигән ҙур шағирҙар
Заманына ғына һыймайҙыр.


Тамара ҒӘНИЕВА.

Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.

 

 

Read 567 times Last modified on Чәршәмбе, 17 Май 2017 09:27
Союз писателей РТ